Уҙған йыл яҙ Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында йәшәүсе Дамира һәм Фәйзрахман Усмановтар ауылындағы тау битләүен кәртәләп, көҙөн 138 төп ҡарағай, 38 төр ҡайын, 3 уҫаҡ, 3 энәлек, 5 төп алма һәм груша ултыртҡайны.
Быйыл йәнә 100-ҙән ашыу ағас ултырттылар. Уларға ҡыҙы, кейәүе, ҡоҙағыйы, ейәндәре ярҙам итте.
Тағы ла 50-60-лап ағас-ҡыуаҡҡа урын бар, ти улар.
Әйткәндәй, уларға бер кем ҡушмаған, бер кем өндәмәгән. Күңел ҡушыуы буйынса эшләй пенсионерҙар.
Ҡасандыр республиканы шаулатҡан "Таҙа Һаҡмар" акцияһының инициаторы булған Фәйзрахман Усманов йылдан-йыл урмандың кәмеүенә борсола. Йәшел ҡалҡанды нығытыу өсөн үҙенсә өлөш индерергә тырыша. Хәлдәренән килгәнсе һыу ҙа ҡоя.
--Гел генә һыу ҙа ташып йөрөп булмай. Ямғыр яуһа ярар ине,--тип өмөтләнә улар.