Бөтә яңылыҡтар
Экология
8 Октябрь 2021, 13:00

Ирәндек буйында “Ирәндек” аллеяһы бар

Сибай ҡалаһының предприятие, ойошма, учреждениелары коллективтары сираттағы “Йәшел Башҡортостан” акцияһына дәррәү ҡушылды. Күмәкләп ағас ултыртыу эшен хатта тәбиғәт тә хупланы, яйлап ҡына ямғыр яуып торҙо. Был юлы  ҡаланың үҙәк урамдарының береһе булған Чайковский урамына эре ағастар – 60 төп шыршы ултыртылды. Һәр ваҡыттасаға ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, ҡала советы депуттары, бюджет ойошмалары вәкилдәре айырыуса тырышлыҡ күрһәтте. Көн бер аҙ йонсоу булыуға ҡарамаҫтан, һәр кемдең кәйефе күтәренке булып, дәртләнеп эшләне. Яңы барлыҡҡа килгән шыршы аллеяһын “Ирәндек буйы” тип атанылар. Сөнки тап ошо урындан күк Ирәндек итәге ап-асыҡ күренә лә.

Ирәндек буйында “Ирәндек” аллеяһы бар
Ирәндек буйында “Ирәндек” аллеяһы бар

Эре ылыҫлы ағастарҙың ергә ерегеп китеүен белгестәр күҙәтеп барыу менән бер рәттән уларҙы бағасаҡ та. Ашламар индереп, ерҙәрен йомшартып тороу ҙа файҙға ғына буласаҡ.

Урам биҙәгенә әүерелгән аллеяны вандалдарҙан һаҡлау, мал-тыуарҙы уға яҡын ебәрмәү бурыс. Әйткәндәй, “Йәшел Башҡортостан” акцияһы бөгөн тамамлана.

 

Ирәндек буйында “Ирәндек” аллеяһы бар
Ирәндек буйында “Ирәндек” аллеяһы бар
Автор:Гульдар Кадаева