Ир-егеттәр ҡайтһын хеҙмәт иткәс

Ир-егеттәрҙе армия хеҙмәтенә оҙатыу һәм уларҙың, хәрби бурыстарын үтәп, тыуған йорттарына ҡайтыуҙарын ҡаршылау һәр ғаилә, хатта барлыҡ ауылдаштар өсөн тулҡынландырғыс ваҡиға. Халҡыбыҙ тормошонда элек-электән килгән был сараның әһәмиәте, дөрөҫөрәге, бәҫе бөгөнгө ҡатмарлы осорҙа бермә-бер күтәрелде. Һәр ата-әсә, туғандары һалдаттың тәүге әрме көндәренән алып хәрби хеҙмәте ваҡыты тулғансы уның өсөн борсолоу хисе менән йәшәй. Ә улдарының хеҙмәттән имен-аман үтәп ҡайтыуҙары оло ҡыуаныс тыуҙыра. Июнь айының һуңғы көндәрендә район үҙәге Йылайырҙа йәшәгән биш балалы Илфат улыбыҙ һәм Айгөл киленебеҙ Таҡаловтарҙың игеҙәк улдары, ейәндәребеҙ--Айгиз менән Нургиз Алыҫ Көнсығыш хәрби округынан хеҙмәттән ҡайтып төштө.

Ир-егеттәр ҡайтһын хеҙмәт иткәсИр-егеттәр ҡайтһын хеҙмәт иткәс
Ир-егеттәр ҡайтһын хеҙмәт иткәс

Вокзалда бейене игеҙәк һалдаттар

Өфөнөң тимер юл вокзалына килеп төшкән һалдаттарҙы ата-әсәһе, дуҫ-иштәре, яҡындар, туғандар, һабаҡташтары ҡаршы алды. Һағынышлы осрашыу, шатлыҡтан күҙ йәштәренә ирек биргән ошо тулҡынландырғыс мәлгә ҡыуаныс өҫтәп ике һалдат, баш ҡалала йәшәгән ағайҙары Алмаз менән вокзал залында дәртле башҡорт бейеүен башҡарып, йыйылған халыҡты хайран ҡалдырҙы. Бала саҡтан мәҙәни мөхиттә тәрбиәләнгән, бер нисә тапҡыр «Байыҡ» республика телевизион бейеү конкурсында ҡатнашҡан, үҙҙәре белем алған Рәми Ғарипов исемендәге республика гимназия-интернатының «Аҡ йондоҙ», Башҡорт дәүләт аграр университетының «Шатлыҡ» бейеү ансамблдәре составында сығыш яһаған Айгиз менән Нургиз өсөн бейеү—оло кинәнес, күңел торошо. Армиянан ҡайтып тыуған төйәккә аяҡ баҫҡас ихласлап бер бейеү егеттәрҙең күптәнге хыялы ине. Беренсенән, бер йыллыҡ хәрби хеҙмәт осоронда бейергә ваҡыты ла булмағандыр. Икенсенән, армияға оҙатҡанда Баймаҡ хәрби комиссариаты алдында уларҙың бейеүен һорағанда: «Беҙ хеҙмәттән ҡайтҡас бейейәсәкбеҙ»,--тип һүҙ биргәйнеләр.

Өфөлә ҡунаҡ булғас, игеҙәк һалдаттар Йылайырҙағы тыуған йорттарына ҡайтты. Бында ла уларҙы халыҡ йолаһына тап килтереп, күмәкләп ҡаршы алдыҡ.

«Герой яҡташыбыҙ исеменә тап төшөрмәнек»

Һауа десанты ғәскәрҙәрендә әрме хеҙмәтен үткән, хәрби тормоштоң физик, рухи һынауҙарын үҙ елкәләрендә татыған, йөҙҙәренә һиҙелерлек етдилек, олпатлыҡ һыҙҙаттары ҡунған ейәндәремдән һалдат хеҙмәте тураһында һөйләүҙәрен һорағас, икеһе лә бер тауыштан: «Армия--ысын батырлыҡ, сынығыу, берҙәмлек мәктәбе булды, тормошҡа ҡарашыбыҙ үҙгәрҙе, беҙҙә ватансылыҡ тойғоһо нығынды»,--тип яуапланы. Армияға тиклем спорт менән ныҡ дуҫ булған, кикбоксинг, бокс кеүек спорт төрҙәре буйынса Йылайыр районы, Өфө ҡалаһы, республика, Рәсәй кимәлендә үткәрелгән ярыштарҙа күп еңеүҙәр яулаған егеттәргә физик әҙерлектәре әрмелә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтергә ярҙам иткән. Парашюттан бер нисә тапҡыр уңышлы һикергәндәр. «Беҙ Новосибирскиҙа яҡташыбыҙ, махсус хәрби операцияла күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Рәсәй геройы исеменә лайыҡ булған башҡорт яугире Алмаз Сафин хеҙмәт иткән, хәҙер инде уның исемен йөрөткән десант-разведчиктар әҙерләүсе подразделениела хәрби бурысыбыҙҙы үтәнек,--тип һүҙҙәрен дауам итте кисәге һалдаттар.-Сүриәла хәрби операцияла ҡатнашҡан старшина Сафин 2022 йылдың сентябрендә «Башкир» ҡушаматы аҫтында үҙ теләге менән Украинала барған хәрби бәрелешкә китә һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2023 йылдың ғинуарында тиңһеҙ батырлыҡ күрһәтеп, яу яланында һәләк була. Фронтҡа китер алдынан ул: «Мин башҡорттарҙың яуҙа ҡурҡыу белмәй алышҡанын күрһәтәсәкмен!»--тип хеҙмәттәштәре алдында ант итә һәм ғүмеренең һуңғы минутына тиклем был һүҙҙәренә тоғро ҡала. Ул ҡаты бәрелештәрҙең береһендә һәләк була, әммә иптәштәрен ҡотҡара. Геройҙың исеме Новосибирск өлкәһе Бердск ҡалаһының бер урамына бирелгән, ә ул хеҙмәт иткән Новосибирск хәрби уҡыу йорто алдында уның бюсы ҡуйылған. Данлы яҡташыбыҙ тураһында армияла ҙур ғорурлыҡ менән һөйләнеләр, уның ҡаһарманлығын беҙгә һәр ваҡыт өлгө итеп ҡуйҙылар. Талапсан, ғәҙел, ҡыйыу командир, көслө спортсы булды, тип иҫкә алдылар уның менән бергә хеҙмәт иткән беҙҙең офицерҙар. Герой Сафиндың даны, абруйы арҡаһында Башҡортостан һалдаттарына командирҙар яҡшы мөнәсәбәттә булды. Бигерәк тә беҙҙең милләт егеттәренә ҙур хөрмәт менән айырып «башкирские батыры» тип ҡараны. Беҙ ҙә яҡташыбыҙ исеменә тап төшөрмәҫкә тырыштыҡ, яҡшы хеҙмәт иттек».

Әйткәндәй, ейәндәрем ғорурланып һөйләгән Алмаз Миңлеғәле улы Сафин ҡасандыр мин эшләп киткән Әлшәй районында тыуған. Йәмле Дим буйындағы был төбәктә өсөнсө улым донъяға килде, ә ике улым Раевкала Алмаз Сафин уҡыған 2-се мәктәптә белем алды (был мәктәп бөгөн уның исемен йөрөтә), шунда улар спорт мәктәбендә шөғөлләнде. 40 йылдан һуң өлкән улымдың игеҙәктәре Рәсәй Геройы десант-штурмовик Алмаз Сафин исемен йөрөткән хәрби подразделениела һалдат хеҙмәтен уңышлы үтеп ҡайтыуы икеләтә ғорурлыҡ уята.

Ильяс Таҡалов.

Фото: Таҡаловтарҙың шәхси архивынан.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас