АТАЙСАЛ
+21 °С
Облачно
Антитеррор

Хәйбуллалар бергә һәм берҙәм!

✨ 21 майҙа баш ҡалабыҙ Өфөнөң Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Хәйбулла районы яҡташтар берлеге тарафынан әҙерләнгән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарыбыҙға арналған "Беҙ бергә" хәйриә-патриотик акцияһы уҙҙы.

Хәйбуллалар бергә һәм берҙәм!Хәйбуллалар бергә һәм берҙәм!
Хәйбуллалар бергә һәм берҙәм!

✨Уның сиктәрендә Хәйбулла районынан сыҡҡан билдәле сәхнә оҫталары ҡатнашлығында сағыу хәйриә концерты һәм Хәйбуллала, Өфөлә йәшәүсе ирекмәндәр көсө менән әҙерләнгән күргәҙмә-йәрминкәләр, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. ✨"Беҙ бергә" хәйриә-патриотик акцияһына йыйылған яҡташтарыбыҙ - бер-береһе, шулай уҡ район хәкимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы Шәрипов, хакимиәт башлығының социаль эштәр буйынса урынбаҫары Роза Рәүҙәт ҡыҙы Рәсембәтова, БР-ҙың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Илнур Рифат улы Сәлихов менән ихлас аралашты, фекер алышты, киләсәккә пландар ҡорҙо. ✨Сарала ҡатнашыусы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Зәкир улы Байғусҡаров үҙенең сығышында сал ҡылғанлы, киң далалы Хәйбулла ерендә егәрле, булдыҡлы, эшмәкәр, талантлы, патриот халыҡ йәшәүен билдәләп үтте. ✨Эйе, бөгөнгө "Беҙ бергә" хәйриә-патриотик акцияһы ла быға асыҡ миҫал булып тора. Тыуған яғының, иленең үткән данлы юлын ихтирам иткән, уның бөгөнгөһөнә, киләсәгенә битараф булмаған ирекмән яҡташтарыбыҙҙың яугирҙарға ярҙам ниәте менән ойошторолған акцияла берҙәм ҡатнашыуы, Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн көстәрен йәлләмәүе - барыһы ла тыл һәм фронттың бер маҡсатҡа эшләүен күрһәтте. ✨Башҡортостандың халыҡ шағиры, арҙаҡлы яҡташыбыҙ Ҡәҙим Аралбаевтың шиғырындағыса, тамырҙары Хәйбулланан булған яҡташтарыбыҙ киләсәктә лә берҙәмлектә, әүҙемлектә районыбыҙ тарихын яҙыуға тос өлөш индереүен дауам итһен, лайыҡлы ғәмәлдәре менән республикабыҙға уның данын таратһын! ✨Яу яландарындағы яугирҙарыбыҙ тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, таңдар тыныс атһын!

Фирүзә Исҡужина

Хәйбуллалар бергә һәм берҙәм!
Хәйбуллалар бергә һәм берҙәм!
Хәйбуллалар бергә һәм берҙәм!
Хәйбуллалар бергә һәм берҙәм!
Хәйбуллалар бергә һәм берҙәм!
Хәйбуллалар бергә һәм берҙәм!
Хәйбуллалар бергә һәм берҙәм!
Хәйбуллалар бергә һәм берҙәм!
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас