-2 °С
Болотло
Райондың ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушылыусы Федоровка ауылы халҡы әүҙемлеге айырылып тора. Улар Ватан һаҡсыларына ярҙам күрһәтеүҙе төп маҡсаты итеп алған. Яңыраҡ улар йәнә улар аҡса йыя һәм дронға ҡаршы 100 юрған тегеү өсөн материалдар һатып ала. Федоровка оҫталарының был эше яйға һалынған. Шуға ла бер кистә алтын ҡуллы уңғандар 29 юрған әҙерләп тә ҡуйған.
Бынан тыш, Федоровка башҡа төрлө ярҙам да күрһәтә. Маскировка селтәрҙәре, аҙыҡ-түлек әҙерләйҙәр. Илебеҙ ауыр хәл кисергән мәлдә берҙәмлек бик мөһим икәнен федоровкалар яҡшы аңлай һәм ваҡыты менән иҫәпләшмәй.