-2 °С
Болотло
Сибайҙан сираттағы гуманитар ярҙам махсус хәрби операция биләмәһенә барып етте. Ылауҙы ҡала хакимиәте башлығы Сергей Озерцов оҙатып барҙы. Муниципалитет етәксеһе белдереүенсә, Сибай вәкилдәре Красный Луч ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Олег Бабченко менән осрашҡан. Уға башҡорт балы һәм түбәтәй бүләк иткәндәр.
«Ҡалалар дуҫлығы хаҡында килештек. «Колокольчик» балалар баҡсаһына гуманитар ярҙам күрһәттек»,—ти Сергей Озерцов.