Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
27 Февраль , 00:05

Яугир яраланған иптәшен ҡотҡарған

Башҡортостан яугиры дрондар һөжүме аҫтында яраланған иптәшен ҡотҡарған Һәм Суворов миҙалына лайыҡ булған

Яугир яраланған иптәшен ҡотҡарған
Яугир яраланған иптәшен ҡотҡарған

Бөрө егете, Александр Доставалов исемендәге ирекле батальон яугире Владимир Яковлев махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурысын үтәгәндә батырлыҡ күрһәтте. FPV-дрондар һөжүме ваҡытында яугирҙәр менән автомобиль шартлай. Яраланыуына һәм ҡабаттан һөжүмгә эләгеү ҡурҡынысына ҡарамаҫтан, Владимир ауыр яраланған иптәшенә ярҙам итә, жгут һала һәм уны хәүефһеҙ зонаға алып сыға. Күрһәткән батырлығы һәм хеҙмәттәшен ҡотҡарыуы өсөн Владимир Путин указы менән ул Суворов миҙалы менән бүләкләнә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: әгәр контракт буйынса хеҙмәт тураһында һорауҙар килеп тыуһа, 122-се телефон аша мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас