+22 °С
Болотло


Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Башҡортостанда бер төркөм ир-егеттәр тәбрикләнде. «Ватан һаҡсыһы атаһы» миҙалы республикала йәшәүсе 16 уҙаманға бирелде. Батыр улдар үҫтергән атайҙар араһында Хәйбулла районынан Юныс Рәхимйән улы Иштанов та бар.
Юныс Рәхимйән улы илһөйәр ул үҫтереп кенә ҡалмаған, үҙе лә йәмғиәт эшендә әүҙем ҡатнаша. МХО яугирҙәренә, ветерандарға ярҙам күрһәтә, йәштәргә өлгө булып тора.
Әйткәндәй, был миҙал 2024 йылдан бирелеп килә. Уны «Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы»ның Башҡортостан бүлексәһе һәм «Ватан һаҡсылары» дәүләт фонды филиалы ойошторҙо.