+30 °С
Болотло


Башта Роза Донецк госпиталендә медицина ротаһында эшләй. Хәҙер Авдеевка янында танк ротаһы составында һалдаттарҙың ғүмерен ҡотҡара, яҡташыбыҙ – санинструктор. «Ҡатын-ҡыҙҙарҙы алғы һыҙыҡҡа ебәрмәйҙәр. Беҙгә яралыларҙы алып киләләр, беҙ уларға ярҙам күрһәтәбеҙ. Әммә бында медик ҡына түгел, яугиргә ярҙам итеү, тынысландырыу өсөн әхлаҡи яҡтан ныҡ, ҡайһы берҙә психолог булырға кәрәк», – ти Роза. Балаҡайҙарың янына иҫән-һау әйләнеп ҡайт!