-21 °С
Болотло
31 ғинуар Баймаҡ районының Түбәнге Таһир ауылында махсус хәрби операция барышында һәләк булған геройҙарҙы иҫкә алыу көнө үтте. Сарала һәләк булған яугирҙәрҙең туғандары һәм яҡындары, ата-әсәләре, ҡатындары һәм балалары ҡатнашты.
Сарала шулай уҡ хәрби хәрәкәттәр ветераны Фәрит Федоров һәм «Ватан һаҡсылары» фонды филиалының социаль координаторы Альбина Шәғәҙәтова ҡатнашты.
Тимур Нурғәлин, Айбулат Солтанов, Рамаҙан Тләүбаев, Вилдан Әлибаев—ауылдың батырҙары. Уларҙы барыһы ла йылы хистәр менән юҡһынып иҫкә алды. Тимур Нурғәлиндың улы гитара уйнап йыр башҡарһа, уҡыусылар һәләк булыусы яугир, Бетерә ауылы егете Артур Ғәҙелшиндың йырын йырлап ишеттерҙе