Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
30 Ғинуар , 10:50

Шифаханалар кире ҡабул итәсәк

Шифаханаларҙа яугирҙәр һәм уларҙың яҡындары һаулығын нығыта аласаҡ. Республика Башлығы Радий Хәбиров был йәһәттән «Талҡаҫ» шифаханаһында ла эш башларға ҡушты.

Шифаханалар кире ҡабул итәсәк
Шифаханалар кире ҡабул итәсәк

Башҡортостан Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе реабилитациялауҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын һауыҡтырыуҙы башланы. Республика Башлығы Дәүләт Йыйылышына йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә, беҙҙең шифаханаларҙың береһе лә был эштән ситтә ҡалманы, тип билдәләне. Уларҙа бөтәһе 9 меңгә яҡын кеше дауаланған.

"Белеүемсә, бюджет сикләүҙәре арҡаһында шифахана-курорт дауалау йәһәтенән ярҙам сараларының береһе туҡтатылды. Атап әйткәндә, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың туғандарының шифаханаларҙа льготалы йәшәүе. Был ҡарар урынһыҙ тип иҫәпләйем. Был сығымдарҙың ябай статьяһы түгел, ә яугирҙәр һәм уларҙың яҡындары алдындағы бурысыбыҙ. Республика хөкүмәтенән финанслау сығанаҡтарын асыҡлауҙы һәм был ярҙамды тулы күләмдә тергеҙеүҙе һорайым. Шулай уҡ шифаханалар беҙҙең яугирҙәргә эсәр һыу, гуманитар конвойҙар ебәреү менән ярҙам күрһәтә. Һеҙгә ситтә ҡалмағанығыҙ өсөн рәхмәт», — тине Радий Хәбиров.

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас