-21 °С
Болотло
Тыл һәм фронт берҙәмлеге! Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылы халҡы фронттағы яҡташтарыбыҙ өсөн сираттағы посылканы әҙерләп ебәрҙе. Унда һалдаттарыбыҙ өсөн йылы кейемдәр, көнкүреш әйберҙәре, дарыуҙар һәм үҙебеҙҙең милли ризыҡтар тупланған. Бөгөн ауылдың ағинәйҙәре "Еңеү менән ҡайтығыҙ", "Беҙ тыныслыҡ яҡлы" тигән һүҙҙәр яҙылған йәшниктәрҙе Баймаҡ ҡалаһындағы ирекмәндәр үҙәгенә алып килде.Тиҙерәк тыныслыҡ тураһындағы килешеү төҙөлөп, һалдаттарыбыҙға тыуған яҡтарына имен-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын!!!
Сығанаҡ: Түбәнге Яйыҡбай ауылының социаль селтәрҙәге битләүе.