Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
8 Ноябрь 2025, 04:05

Яугирҙәргә дан!

Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға тағы ла бер тапҡыр иғтибар күрһәтелде. Улар йәшәгән өйгә «Махсус х операцияла ҡатнашҡан яугирҙең йорто» тигән алтаҡта ҡуйылды.

Яугирҙәргә дан!
Яугирҙәргә дан!

????Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға тағы ла бер тапҡыр иғтибар күрһәтелде. Улар йәшәгән өйгә «Махсус х операцияла ҡатнашҡан яугирҙең йорто» тигән алтаҡта ҡуйылды. - Был сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, Башҡортостан Республикаһында «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү йылы» сиктәрендә ойошторолдо. Беҙҙең ауыл биләмәһенән мобилизацияланған, шулай уҡ Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәндәр ҙә бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Иштанов Булат Юныс улы батырҙарса һәләк булды. Был яугирҙәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү, шул уҡ ваҡытта әле алғы һыҙыҡта йөрөгән яҡташтарыбыҙға иғтибар күрһәтеү маҡсатында башҡарылған сара. Әлеге ваҡытта яраланып, госпиталдә дауаланғандар ҙа, алғы һыҙыҡта булғандар ҙа, шулай уҡ һаулыҡтары буйынса демобилизациялан Тимур Дәүләтбаев та бар. Фәниә һәм Рәшит Арыҫлановтарҙың ике улы Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән. «Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙең йорто» алтаҡтаһы ҡағылған йортта йәшәүселәр уны ҡәҙерле бер бүләк кеүек ҡабул итте. Унда кемдер яуҙа батырҙарса һәләк булған яҡын кешеһен күрҙе, кемдер, әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡта йөрөгән ҡәҙерлеһен тоҫморланы. Балалар инде был алтаҡтаны күреү менән был йортта батыр, ҡыйыу, ил өсөн, тыныслыҡ өсөн көрәшеүсе, һуғышта ҡатнашҡан кеше йәшәй тип тоҫмарлар. Киләсәк быуында илһөйәрлек һәм ватансылыҡ тойғоларын уятыу, шулай уҡ тыуған илебеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү тигән маҡсатта ҡуйыла. Матур башланғысҡа юл һалған Йәнтеш ауыл ир -егеттәренә; Һәр өйгә беркетеүсе: Вәкил Иштакбаевҡа, Рәфҡәт Ғиләжевҡа, Фәйзулла Искужинға, Фәнис һәм Нурислам Моталовтарға, Айрат, Мостафа һәм Ильяс Иштановтарға; ҡырҙа эшләп финанс яҡтан ярҙам һуҙыусы, шулай уҡ ир-егеттәр ойошмаһы етәксеһе Азамат Сәит улы Торомтаевҡа, ауыл халҡына рәхмәт һүҙҙаре еткерәм. Һуғыш тиҙерәк бөтөүен, ир -егеттәр иҫән -һау әйләнеп ҡайтыуын көтәбеҙ! ????️Мәғлүмәт һәм фотолар Йәнтеш мәҙәниәт йорто төркөмөнән

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас