Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
15 Октябрь 2025, 19:10

Яугир йортона яҙыу беркетәләр

Баймаҡ районы ауылдарында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың йорттарына махсус яҙыуҙар ҡуялар. Мерәҫ һәм Бәхтигәрәй ауылдарында урындағы халыҡ башланғысы менән «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының йорто» почетлы яҙыуҙарын беркетәләр. Яҙыуҙарҙы әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡта йөрөүселәрҙең һәм Тыуған ил именлеге өсөн ғәзиз баштарын һалған яугирҙәрҙең өйҙәренә ҡуялар.

Яугир йортона яҙыу беркетәләр
Яугир йортона яҙыу беркетәләр

 

Проект махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың еңеүгә индергән ҙур өлөшөн баһалау йәһәтенән һәм уларға хөрмәт йөҙөнән тормошҡа ашырыла. Мерәҫ ауыл биләмәһендә бөтәһе 28 табличка әҙерләргә иҫәп тотлар. Яҙыуҙар Тыуған илебеҙҙең именлеген һаҡлаған яугирҙәребеҙҙең батырлығын һәр ваҡыт иҫләтеп торасаҡ.

Мерәҫ ауыл биләмәһе башлығы Шамил Нәҙербаев әйтеүенсә, яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлығын хәтерҙән сығармау һәр кемдең мөҡәддәс бурысы. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы, Ватанды һаҡлаусылар, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылында был изге эш айырыуса әһәмиәтле.

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас