АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
15 Октябрь 2025, 03:45

Еңеүгә өлөш индерәләр

Баймаҡ районының Һәмән ағинәйҙәре, ҡатын-ҡыҙҙар махсус хәрби операция яугирҙәренә ебәреү өсөн посылкалар әҙерләгән.

Еңеүгә өлөш индерәләрЕңеүгә өлөш индерәләр
Еңеүгә өлөш индерәләр

Посылка эсенә йылы ойоҡ, йыуыныу кәрәк-ярағы, һәр төрлө салфеткалар һәм башҡаларҙы һалғандар. Ауыл старостаһы Азамат Йәрмөхәмәтов, Гөлшат Йәрмөхәмәтова, Зәйнәғәбдин Вәлишин аҡсалата ярҙам иткән. Улар биргән аҡсаға магазиндан аҙыҡ-түлек йыйылмаһы алып һалғандар. Афарин, һәмәндәр! Яуҙа йөрөгән ир-егеттәр имен-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын!

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас