

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған, үҙе ижад иткән йырҙары менән яҡташтарының һөйөүөн яулаусы, «Айджи» позывнойын йөрөткән Артур Ғәҙелшиндың яҡты иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһе үтте. Сарала яугирҙең әсәһе Сәрүәр Сәлимйән ҡыҙы Ғәҙелшина, туғандары, яуҙаш дуҫтары, уҡытыусылары, Сибай педагогия колледжынан уҡытыусыһы Гөлнара Шәкирова һәм төркөмдәштәре, яҡын дуҫтары, «Ватанды һаҡлаусылар» фондының социаль координаторы, «Беҙ бергә» ирекмәндәр төркөмө етәксеһе Лилиә Такаева, Урал арьяғы сәнәғәт колледжы студенттары ҡатнашты.
Сара Артур Ғәҙелшиндың йырҙары менән үрелеп барҙы. Уның «Башҡортостан егеттәре» йыры бөгөн яҡташ яугирҙәребеҙҙең гимны тиһәк тә була. Әлеге хәтер сараһында уны Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбе уҡыусыһы Искәндәр Тайбугин башҡара. Һәр сығыш яһаумы Артурға бәйле хәтирәһе менән уртаҡлашты.
Артур үҙ халҡын, ерен яратҡан, оптимист рухлы, көләкәс, шаян кеше ине. Ул ауыр минуттарҙа ла кешене йылмайтыр, рухын күтәрер һүҙ таба белде.