

Мерәҫ ауылы китапханасыһы хәбәр итә:
—Мерәҫ ауыл китапханаһында "Бергә тибә йөрәктәр" исемле тематик кисә үтте. Сара Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар Йылы һәм Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү Йылы сиктәрендә, Баймаҡ районының 95 йыллығы уңайынан уҙғарылды.
Кисәлә Мерәҫ һәм Бәхтигәрәй ауылдарының хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең әсәләре ҡатнашты. Илһөйәр, батыр улдар үҫтереүсе әсәйҙәр сараның тәүге өлөшөндә китап күргәҙмәһе менән танышып, районға бәйле һорауҙарға яуап бирһәләр, артабан отҡорлоҡ һәм етеҙлек талап итеүсе "Әлләсе" уйынын ихлас уйнанылар. Кисәбеҙҙе йәмләп килеүегеҙ өсөн хөрмәтле әсәйҙәр һеҙгә һәм спонсорлыҡ ярҙамы күрһәтеүсе Таңсулпан Миңлеәхмәт ҡыҙына ҙур рәхмәт!
Бөтә әсәләргә именлек, сабырлыҡ, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, оҙон ғүмер һәм яу яландарында йөрөүсе улдарының тиҙерәк өйҙәренә ҡайтыуын теләйбеҙ.