+30 °С
Болотло


Рәсимә Зәки ҡыҙы Сәғәҙәтова Таулыҡай ауылында йәшәй. Ул 4 балаға ғүмер бирә һәм лайыҡлы итеп үҫтерә. Рәсимә апай ғүмер буйына колхозда быҙау ҡарай, ашнаҡсы булып та эшләй. Берҙән-бер улы Рәмил Рамаҙан улы мобилизацияға эләгеп, махсус хәрби операцияға бара һәм унда батырҙарса һәләк була.
Рәмил Таулыҡай мәктәбен тик яҡшы билдәләренә генә тамамлап, Сибай институтында юғары белем алған егет була.
Рәсимә апайға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ! Башҡаса Аллаһы Тәғәлә бала ҡайғылары күрһәтмәһен. Именлектә, балалар хөрмәтендә ҡыуанып йәшәргә яҙһын!