АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
27 Август 2025, 09:35

Водитель танытмаһы алды

Хәйбулла районында тәүге тапҡыр махсус хәрби операция ветеранына ҡул ярҙамында автомобиль йөрөтөү өсөн сертификат тапшырылды

Водитель танытмаһы алдыВодитель танытмаһы алды
Водитель танытмаһы алды

 

 

Махсус хәрби операция ветерандары өсөн бушлай уҡыу проекты йыл башында старт алды. Бөгөн Акъярҙа транспорт сараларын ҡулланыу һәм уларҙы идара итеү буйынса МХО ҡатнашыусыһына сертификат тапшырылды, был белем биреү программаларының «В категорияһындағы транспорт саралары водителдәренең квалификацияһын күтәреү» сиктәрендә, ҡул менән идара ителә торған автомобилдәр өсөн мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн тәғәйенләнгән. Сертификатты махсус хәрби операция ветераны Тимур Даүләтбаев алды. Документты Шишмә районының ДОСААФ бүлексәһе рәйесе Филюз Сәхибгәрәев тапшырҙы. Тимур яуҙа ауыр яраланып, инвалидлыҡ алған, йәғни махсус хәрби операция зонаһында ике аяғын юғалтҡан. Герой өсөн был реабилитация һәм социалләшеү сараһы тормоштоң төрлө яҡтарын өйрәнеү, эшләү, ғаиләгә ярҙам итеү һәм көндәлек мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн ҙур ярҙам буласаҡ. Уның ҡулында водитель танытмаһы бар, киләсәктә Тимурҙы автомобиль һайлау менән бәйле мәшәҡәттәр көтә.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас