

-Ылауға тейәлгән әйберҙәр араһында 5 бензин менән эшләүсе бысҡы, 10 шөрөп борғос, циркуляр бысҡы, төҙөлөш материалдары ла етерлек. Алғы һыҙыҡта көнкүреш әйберҙәле лә кәрәк. Шуға ла ҡалалаштар 3 портатив плитә, кер йыйыу машинкаһы ла хәстәрләне. Кейем-һалым, медикаменттар, гигиена кәрәк-ярағы ла тейәлде. Шәхсән посылкалар ҙа ебәрелде. Тыуған яҡтан барған һәр әйбер, ризыҡ яугирҙәргә рух күтәренкелеге өҫтәй, тылдың да еңеүгә өлөш индереүен күрһәтә,-- тине Сибай ҡалаһының территориаль һайлау комиссияһы рәйесеАзат Яҡшыбаев.
Ылау китте тип тынысланырға ярамай. Сөнки сибайҙар махсус хәрби операция билмәһенә туҡтауһыҙ ярҙам йыя. Яугирҙәргә кәрәкле әйберҙәрҙе, аҙыҡ-түлекте “Тиҫтер” клубында эшләп килгән Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына тапшырырға мөмкин. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү үҙәгендә лә, Сибай ҡала хакимиәтендә лә посылкалар ҡабул итәләр.