

Бөгөн Баймаҡ ҡалаһына яҡташыбыҙ, «Дед Баймакский» позывнойлы демобилизацияланған яугир саҡырыуы буйынса Өфө, Бөрө, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан 31-се «Башҡортостан» полкынан хеҙмәттәштәре килде.
Йылы осрашыу мәлендә һәләк булған иптәштәрен иҫкә төшөрҙөләр, киләсәккә пландар ҡорҙолар. Яҡташыбыҙ улар өсөн ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс программа ойошторҙо: улар иҫтәлекле урындарға барҙы, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәленә сәскәләр һалды, Баймаҡ районының тәбиғәт матурлығына һоҡланды һәм милли ризыҡтарҙан ауыҙ итте.
--Яугирҙәрҙең дуҫлығы өсөн бик шатмын. Һынауҙар аша үткән хәрби дуҫлыҡ — ул айырым ҡиммәт. Уларға ныҡлы һаулыҡ теләйем!--тип яҙа социаль селтәрҙә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов.