АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
17 Апрель 2025, 04:15

Имен йөрө, иҫән ҡайт!

Байғусҡар ауылы уңғандары яугирҙәргә күстәнәс әҙерләне.

Имен йөрө, иҫән ҡайт!Имен йөрө, иҫән ҡайт!
Имен йөрө, иҫән ҡайт!

«Беҙ бергә – көс» хәйриә фонды ирекмәндәре һәм Байғусҡар ауылының уңған ҡатын-ҡыҙҙары бөтә күңел йылыһын һалып махсус хәрби операциялағы егеттәргә 100 ҡап һалма, туҡмас йәйеп ҡырҡтылар. 50 контейнерға ҡош теле, сәк сәк, сөсө икмәк бешерҙеләр. Яҡын арала ул хәрбиҙәргә оҙатыласаҡ.
- Был ризыҡтар яуҙа йөрөгән геройҙарыбыҙға көс-дәрт өҫтәһен, тыуған яҡ йылыһын бүләк итһен. Яугирҙар имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ, - ти ауылдың уңғандары.

 

 

 

 

 

 

 

 

Сығанаҡ: Хәйбулла районы хакимиәтенең социаль селтәрҙәге төркөмө.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас