АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
9 Апрель 2025, 06:10

Иҙристәр былау әҙерләне

Баймаҡ районы Түбәнге Иҙрис ауылы халҡы махсус хәрби операциялағылар өсөн ике ҡорбан салған.

Иҙристәр былау әҙерләнеИҙристәр былау әҙерләне
Иҙристәр былау әҙерләне

Һарыҡ итенән яҡташтарыбыҙ өсөн оҙаҡ һаҡлана торған былау әҙерләгәндәр.

—һарыҡ итенән реторт пакеттарға (100 ҡап) былау бешереп тултырҙыҡ, беҙҙең әҙерләгән аштарыбыҙ һуғыш яланында йөрөгән егеттәребеҙҙең ризығына яҙһын, тыуған яҡтарына имен-һау ҡайтырға әйҙәп торған ризыҡ булһын АЛЛАҺ бирһә, әле ит ҡалды, тағы ла реторт пакеттарға заказ эшләнек, ҡалғаны менән тушенкалар эшләрбеҙ тибеҙ. Әлеге эш өсөн өйөн биргән Әсмә һәм Сәйғәфәр Маннаповтарға, ярҙам иткән ҡыҙҙарға ҙур рәхмәт,—ти иҙристәр.

Афарин! Теләгәнегеҙ бойомға ашһын. Сауаптары насип булһын!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас