АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
8 Апрель 2025, 14:30

Утта янмаҫ изге китап

Яуҙа янмай ҡайтҡан изге китаптар.

Утта янмаҫ изге китапУтта янмаҫ изге китап
Утта янмаҫ изге китап

Хәмзә хәҙрәт Хафизовтың махсус хәрби операцияла йөрөүенә быйыл йәй өс йыл була. Ул яугирҙәрҙе иман ныҡлығыга өндәй. Үҙе менән бергә кеҫәлә йөрөтөрлөк сүрәләр китабы ла алып барған, егеттәргә таратҡан. Үҙҙәре йәшәгән вагонда (һөйләштә -вагонка, теплушка) изге китаптар - ике ҡөрьән дә була. Бер мәл вагон янып китә, ә изге китаптар ҡалған.

--Ситтәре бер аҙ янған, өтөлгән, әммә китап ҡалды. Аллаһ ҡөҙрәте был,--ти Хәмзә хәҙрәт.--Яуҙағы егеттәргә сабырлыҡ һәм тиҙерәк һуғыш бөтөүен теләйем. Яраланғандар тиҙ арала һауыҡһын. Ә һәләк булғандарҙың йәне йәннәттә булһын!

Был китаптарҙың береһен Хәмзә хәҙрәт үҙендә һаҡлаһа, икенсеһен Өфөләге музейға тапшырырға ниәтләй.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас