+24 °С
Дождь
Баймаҡ районы Күгиҙел ауылы халҡы МХО-ға йыш ҡына ярҙам ебәрә. Күптән түгел генә оҙаҡ һаҡлана һәм тиҙ боҙолмай торған ҡарабойҙай бутҡаһы ебәрҙеләр тип хәбәр иткәйнек. Был юлы дүрт ҡаҙан былау бешереп, уларҙы 125 ҡапҡа тултырып, фронтҡа оҙаттылар. Яугирҙәр ас йөрөмәһен тип хәстәр күрһәтеүсе күгиҙелдәргә рәхмәт!