2025 йылдың 24 февралендә республикала «Башҡортостан геройҙары» төбәк программаһы старт алды. 10 мартҡа унда ҡатнашыу өсөн 900-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Уларҙың яртыһынан күберәге – әле алғы һыҙыҡта булған яугирҙар. Ғариза тапшырыусыларҙың 93 проценты – республикабыҙ халҡы, ҡалған 7 проценты – Рәсәйҙең 36 төбәгенән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһында талантлы егеттәр күп. Алғы һыҙыҡта уларҙа һөҙөмтәле идарасылар, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр өсөн бик мөһим булған сифаттар формалаша.
«Башҡортостан геройҙары» программаһында ҡатнашыу өсөн теркәлеү 2025 йылдың 31 мартына тиклем дауам итә. Ҡатнашыу шарттары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт – героибашкортостан.рф сайтында.
Төбәк кадрҙар программаларында ҡатнашыу өсөн Волга буйы федераль округында барлығы 5 меңдән ашыу кеше теркәлгән.