Бөтә яңылыҡтар
10

Бушлай туҡланалар

Башҡортостан мәктәптәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларын көнөнә ике тапҡыр бушлай ашата башлайҙар.

Бушлай туҡланалар
Бушлай туҡланалар



Быға тиклем ошо ҡатламға ҡараған уҡыусылар, нисәнсе сменала уҡыуына ҡарап, көнөнә бер тапҡыр ғына бушлай ашай ине.

Бынан алдараҡ хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, әле МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ете меңдән ашыу ҡыҙ-улдары балалар баҡсаһына бушлай йөрөй, 10 меңдән күберәк уҡыусы һәм колледж студенты бушлай ҡайнар аш менән тәьмин ителә, 5,5 меңдән ашыу бала ҡала ситендәге лагерҙарҙа ял иткән, алты меңдән ашыуы дөйөм биреү ойошмаларында түңәрәктәргә бушлай йөрөй.

ФОТО ИНТЕРНЕТТАН

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: