Байрамдар
14 Октября , 04:00

Атаҡлы педагог Абдрахман Ғәлләмовтың тыуыуына 100 йыл

Башҡорт дәүләт университетында миңә һоҡланғыс педагог Абдрахман Әбдрәхим улы Ғәлләмовтан бер йыл һабаҡ алыу бәхете тәтене. Ул беҙҙе «Хәҙерге заман башҡорт теле»тип аталған фәндән уҡытты. Илле йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә мин уның дәрестәрен һаман һағынып иҫкә алам. Ғәлләмов ағай башҡортса дөрөҫ уҡыу-яҙыуға, матур итеп һөйләргә генә өйрәтеп ҡалманы, әле балалыҡ сылбырынан ысҡынып та өлгөрмәгән илке-һалҡы күңелебеҙгә педагогика тигән ҡатмарлы фәндең тәүге орлоҡтарын да сәсеп китте. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, Ушинский исемендәге орден кавалеры Абдрахман Әбдрәхим улы Ғәлләмовты бөтәбеҙҙең дә беренсе уҡытыусыбыҙ тиһәм һис тә шаштырыу булмаҫ. Бөгөн хәреф танып, уҡый-яҙа белгән кешеләрҙең күбеһе мәктәп ишеген асып инеү менән уның «Әлифба»һын ҡулына алған, шул китап аша хәреф таныған, матур яҙырға, ижекләп уҡырға өйрәнгән. Әгәр иҫән булһа, быйыл уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы, талантлы ғалим А. Ә. Ғәлләмовҡа 100 йәш тулған булыр ине.

Добавить в предпочтительные источники Google
Атаҡлы педагог Абдрахман Ғәлләмовтың тыуыуына 100 йылАтаҡлы педагог Абдрахман Ғәлләмовтың тыуыуына 100 йыл
Атаҡлы педагог Абдрахман Ғәлләмовтың тыуыуына 100 йыл

 

 

 

Ул 1926 йылдың 15 октябрендә Баймаҡ районының Күсей ауылында тыуған. Абдрахман Ғәлләмовты бала сағынан белеүселәр уны шаян, отҡор, иртә уҡырға –яҙырға өйрәнгән малай булараҡ хәтерләй. Бәләкәйҙән етем ҡалып, Хәбирә апаһы тәрбиәһендә үҫкән Абдрахман йәштән уҡытыусы булырға хыяллана. Тәүҙә Темәс педагогия училищеһында, шунан Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтында белем ала. Студент йылдарында уҡ Абдрахман Ғәлләмов башҡорт теле нигеҙҙәрен ныҡлап өйрәнә. Институтты тамамлағандан һуң Сибай мәктәбендә эш башлай. 1948 йылда Белорет педагогия училищеһына күсә. Тап Белоретта эшләгән йылдарында А. Ғәлләмов уҡыусы балаларҙы башҡорт телендә дөрөҫ һөйләргә һәм матур яҙырға өйрәтеү мәсьәләләре менән мауыға башлай. Һәләтле педагогты тиҙ күрәләр һәм уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институтына эшкә саҡыралар. Бында А. Ғәлләмовҡа фән менән шөғөлләнергә юл асыла: алдыңғы уҡытыусыларҙың эш алымын өйрәнеп, методик ярҙам күрһәтә.Ошо йылдарҙа өлкән педагог, рус графикаһы нигеҙендә башҡорт алфавитын төҙөүселәрҙең береһе Зәкир Айыуханов менән берлектә «Әлифба»китабын яңынан яҙа. Күп ғалим-педагогтарҙың әйтеүенсә, улар баҫтырып сығарған «Әлифба» оҙаҡ йылдар СССР-ҙа тиңе булмаған иң яҡшы уҡыу китаптары рәтендә була. Ғалимдың был төп хеҙмәте 1962 йылдан 1995 йылға тиклем 30 тапҡыр баҫылып сыға, Лейпцигта үткән китап йәрминкәһендә диплом менән билдәләнә. Абдрахман Ғәлләмов башҡорт мәктәптәре тарихында тәүге тапҡыр башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса оҙаҡ уйнатыла торған 54 пластинкалы фонохрестоматия булдырыуҙы ла ойоштора. Педагогия училищеләре һәм урта мәктәптәр өсөн дәреслектәр, уҡыу әсбаптары авторҙашы.

Алтмышынсы йылдар аҙағында Абдрахман Әбдрәхим  улы  «Уҡырға-яҙырға өйрәтеү тарихынан»тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай һәм Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡыта башлай. 1988 йылға тиклем шул уҡыу йортоноң башҡорт теле кафедраһында доцент булып эшләй.

А. Ғәлләмов ғилми-методик эҙләнеүҙәр менән бергә ҙур йәмәғәт эшен дә алып бара. Ул «Башҡортостан уҡытыусыһы»журналының мөхәрририәт ағзаһы, РСФСР педагогтары берлеге башҡорт бүлегенең секция етәксеһе, педагогия училищелары башҡорт теле уҡытыусыларының секция етәксеһе йөктәрен тарта. Оҙаҡ йылдар факультет деканы урынбаҫары булып эшләй. Ул 1989 йылдың 19 февралендә, оҙаҡ һәм ҡаты ауырығандан һуң,Өфө ҡалаһында вафат булып ҡала.

Башланып торған быуаттың тәүге йылдарында Күсей ауылында Абдрахман Ғәлләмовтың хәтер кисәһе булып үтте. Кисәгә уның тормош юлдашы Суфия Шәкир ҡыҙы, улы Салауат та килгәйне. Салауат Ғәлләмов, йәш булыуына ҡарамаҫтан, ҡыйыу фекерле ғалим-тарихсы, телсе, философ һәм оҫта тәржемәсе булараҡ Башҡортостанда ғына түгел, сит илдәрҙә лә билдәлелек алғайны инде. Ул башҡорт халҡының үлемһеҙ ҡомартҡыһы «Урал батыр»эпосына дүрт мең йыл икәнен иҫбатланы һәм беренсе булып ошо эпосты инглиз теленә тәржемә итте. 1991-1997 йылдарҙа Салауат Парижда һәм Лондонда йәшәй, Сорбонна университетында һәм Бөйөк Британияның Милли китапханаһында башҡорт милләтенең үҫеш сығанаҡтарын өйрәнә. Инглиз, француз, иран һәм курд телдәрендә иркен һөйләшә һәм яҙыша ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, «ине»тип үткән заманда яҙырға тура килә: ул бик иртә, йәшләй көйө яҡты донъяны ташлап китте. Салауат  атаһының ауылдаштары менән үҙенең яңы шатлығын уртаҡлашҡайны. Бер-ике ай элек кенә уның  башҡорт философтары тураһында ике томлыҡ китабы донъя күргән ине. Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларына барып етмәҫ борон был китаптарҙы беренселәрҙән булып күсейҙәр ҡулдарына алды. Салауат Ғәлләмов атаһы хаҡында :«Атайымдың туған телде өйрәнеү методикаһын Мәскәүҙә лә ҡуш ҡуллап ҡабул  итәләр ине. Сөнки элекке СССР республикаларында әлифбасылар, йәғни туған телде балаларға аңлайышлы итеп өйрәтеү, яҙыу серҙәренә төшөндөрөү буйынса эшләгән методистар юҡ кимәлендә ине. Күп республикаларҙа атайымдың әлифбаһынан күсермә эшләнде»,-тип хәтерләгәйне.

Күсей ауылы мәктәбенең беренсе класында район уҡытыусылары өсөн асыҡ дәрес һәм «Әлифба»байрамы үткәрелде. Унан һуң мәктәптә Абдрахман Ғәлләмов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Баймаҡ районының «Атайсал тип янған йөрәктәр» клубы ағзалары, ағинәйҙәр, ғалимдың ауылдаштары, туғандары, дуҫтары, яҡындары ҡатнашҡан хәтер кисәһе матур концерт менән тамамланғайны.

Абдрахман Әбдрәхим улы Ғәлләмовтың хеҙмәттәре һәм китаптары һаман да туған халҡына тоғро хеҙмәт итә, балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ ҙә Ғәлләмовтың «Әлифба»һын ҡулдан төшөрмәй, буласаҡ башланғыс класс  уҡытыусылары башҡорт телен уҡытыу методикаһын Ғәлләмовтан өйрәнә, Матур яҙырға ла Ғәлләмов өлгөләренә ҡарап  өйрәнәбеҙ...

БДУ-ла бер йыл Ғәлләмов ағайҙан һабаҡ алып ҡалдым, тип әйткәйнем инде. Абдрахман ағайҙың дәрес барышында һөйләгән ҡайһы бер фәһемле мәҙәктәрен дәфтәремә яҙып барғанмын икән.Шуларҙы бөгөн һеҙгә лә тәҡдим итмәксемен.

Йүгерек уҡыу

Инспектор булып эшләп йөрөй инем.Бер мәктәпкә барып инһәм, Балалар класта туҙан туҙҙырып, йүгерешеп китап уҡып йөрөй. Уҡытыусылары, ҡәнәғәт йылмайып, мөйөштә ултыра.

-Нимә эшләйһегеҙ?- тим аптырап.

-Йүгерек уҡыу, иптәш, йүгерек уҡыу. Бына бит, программала ла шулай тип яҙылған.

Тәүге һынау

Балалар мәктәпкә тәүгә килгән уҡыусыларҙы ғына түгел, яңы уҡытыусыны ла һынап ҡарай ул. Биологиянан уҡытыусы алғайныҡ.Алтынсы класс уҡыусылары зоология дәресе алдынан класс журналы эсенә туҙбаш йылан һалып ҡуйған. Уҡытыусы инеп, иҫәнләшеп, журналды асһа, йылан ята икән. Ҡото осҡан, тын да ала алмай ҡатҡан да ҡалған. Ә балалар ни көлә алмай, ни эшләргә белмәй, баштарын түбән эйеп тик ултыра..

Мин завуч инем.Барып индем дә журнал эсендәге йыланды, йөҙө аҡ ҡағыҙҙай ағарған уҡытыусыны күреп, барыһын да аңланым. Тиҙ генә йыланды кеҫәгә тыҡтым да сыҡтым да киттем.

Шулай ҙа була...

Миңә таныш бер уҡытыусы балаларға эш биргән дә, тәҙрә төбөндәге өҫтәл өҫтөнә аяғын һәлберәтеп ултырып алып, китап уҡып ултыра. Шым ғына индем дә бер малай янындағы буш урынға ултырҙым. Теге бала, ултырҙы-ултырҙы ла, ҡыҙыҡһынып:

-Ағай, һин кем?- тип һораны.

-Инспектор.

Шул ваҡыт бер-береһенең ҡолаҡтарына шыбырлай башланы былар:

-Инспектор...инспектор...инспектор...

Иң ситтә ултырған малай уҡытыусыларына ымлай:

-Ағай, инспектор килгән...

-Ә-ә-ә?Кем тиһең?

-Инспектор...

Теге, ҡото осоп, һикереп төштө лә, мине күргәс:

-Ә, Ғәлләм, һин икән дә...-тигән була.

«Дүрәк»ағай

Ҡайһы берҙә балалар уҡытыусы ни әйтһә лә «эйе,эйе»тип тик ултыра. Бер саҡ һынар өсөн:

-Һаҡмар Ирәндек аша аға,эйе бит, балалар?- тигән булам.

-Эйе, ағай, эйе...

Шунда бер шуғырағы икенсеһенең ҡолағына эйелә лә:

-Әллә дүрәкме икән был ағай?- тип шыбырҙай.

Демократтарса

-Ағай, был һөйләмдә өтөр була бит...

-Ә, шулаймы ни?! Йә, балалар, тағы кемдәр ниндәй тыныш билдәһе ҡуйҙы?

-Һы-ҙы-ы-ыҡ...

-Ярай, улай булғас, былай итәйек: кем өтөр ҡуйыу яҡлы, ҡулын күтәрһен. Бер, ике, өс...ун...Күпселек. Балалар, бында һыҙыҡ булмай,өтөр ҡуйыла.

«Уҡырға килдем»

Бер уҡытыусы сентябрҙең беренсе көнөндә үк беренсе класс уҡыусыларын берәмләп торғоҙа ла:

-Ас китабыңдың 17-се битен,--ти икән.

Мин аса белмәйем шул, апай,--тип яуап бирә бер бала иларға етешеп.

Ниңә килдең һуң, улай булғас, мәктәпкә?

-Әлләсе...Уҡырға тип ебәргәйнеләр...

«Бөгөн туған телен белмәгән баланың иртәгә үҙ ата-әсәһен танымауы ла мөмкин»,- тип йыш ҡабатлай торғайны мөғәллимебеҙ. Шундай заман тыуып килә түгелме?

Фәрит Әхмәров.

фото авторҙың шәхси архивынан

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас