АТАЙСАЛ
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Байрамдар
27 Мая , 09:00

Путин ил мосолмандарын Ҡорбан байрам менән ҡотланы

Рәсәй президенты Владимир Путин ил мосолмандарын Ҡорбан байрамы менән ҡотланы.

Путин ил мосолмандарын Ҡорбан байрам менән ҡотланыПутин ил мосолмандарын Ҡорбан байрам менән ҡотланы
Путин ил мосолмандарын Ҡорбан байрам менән ҡотланы

“Исламдың бороңғо изге урындарына хаҗ ҡылыуҙы тамамланыуын белдерә торған Ҡорбан байрамы тәрән әхләки, рухи мәғәнәгә эйә, кешеләрҙе берләштереүгә мөхәббәт, изгелек һәм шәфҡәтлелек ҡиммәттәрен һаҡлауға хеҙмәт итә. Мосолман ойошмалары илдең ижтимағи һәм мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша. Ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә, социаль әһәмәткә эйә, мәғариф, хәйриә башланғыстарын тормошҡа ашырыуға ҙур иғтибар бирә. Ватанды һаҡлаусыларға, уларҙың туғандарына һәм яҡындарына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән эшсәнлегегеҙ оло рәхмәткә лайыҡ”, - тиелә ил президенты ҡотлауында.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас