Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
8 Ғинуар , 10:05

Яңы йыл шулай үтте

Бик борон заманда художникка уҡый ғына яҙҙым ул мин. Бик мажаралы булды поступать итәм тип маташып йөрөүҙәр. Туғыҙынсы класты уңышлы ғына тамамлап, аттестат алғас, апайым үҙе уҡыған ергә документ тапшырырға алып барырға булды. Ул ваҡытта Сибайский горно- обогатительный колледж ине шикелле. Шунда художник тигән бер тармағы булған. Документ алып барып ҡалдырҙыҡ...

Яңы йыл шулай үтте
Яңы йыл шулай үтте

Намаҙҙа булһам да, яңы йыл байрамы етә башлаһа, балаларға маска тегеү, ҡул эштәре эшләшеү, класс менән сценарийҙар әҙерләү, ведущий булыу кеүек эштәрҙә ҡатнашырға тура килә лә ҡуя???? Шунан башлана, ана, ёлка башынан төшмәй йөрөй, Зөлфирә килен, намаҙҙа була тороп????‍♀️ Быйыл да өйҙә бәләкәй балалар маска кейәбеҙ тигәс, ыуалана-ыуалана әҙерләнергә тура килде. Кемеһенә маска, кемеһенә ҡул эше. Үҙемдең класым сценарий ҡуя, унда ла ҡатнашам, шуға күрә, үҙемә лә әҙерләнергә кәрәк. Бер өй булып ҡырҡабыҙ, тегәбеҙ, йәбештерәбеҙ: балалар менән зыу килдек... Рәмис ҡыш көнө өйҙә булмағас, минең улай оҫта икәнде бик белмәй ине???? "Ҡалай ҡулың оҫта ул, ысын кеүек итеп эшләй ҙә ҡуяһың! Нишләп художникка уҡыманың? Уралиәне миңә оҡшап, һүрәтте матур төшөрә тейһең, һиңә оҡшаған инде!"- тип, йығылып ятып маҡтаны???? Бик борон заманда художникка уҡый ғына яҙҙым ул мин. Бик мажаралы булды поступать итәм тип маташып йөрөүҙәр. Туғыҙынсы класты уңышлы ғына тамамлап, аттестат алғас, апайым үҙе уҡыған ергә документ тапшырырға алып барырға булды. Ул ваҡытта Сибайский горно- обогатительный колледж ине шикелле. Шунда художник тигән бер тармағы булған. Документ алып барып ҡалдырҙыҡ. Имтихан тапшырыу өсөн бер нисә көн ятырға кәрәк. Беҙ, ике бала, күҙ терәп, туғанмы, танышмы тейеш кешеләргә киттек. Апайыма 17 йәш, миңә—14. Баяғы кешеләрҙең беҙҙе ике-өс көн ҡундырырға урындары булманы. Әллә йәйгелеккә балалары килгәнме, әллә нимә булғандыр, иллә мәгәр алып барған күстәнәсте алып ҡалдылар ҙа, матур ғына итеп күҙгә ҡарап, ботҡа беситеп, оҙатты ла ҡуйҙылар ???? Иҙәнгә һалһам да һалыр инем, ауылдан килеп торған балаларҙы кире бороп сығарырға йөрәгем етмәҫ ине... Башҡа барырға урын юҡ????‍♀️ Берәүҙе лә белмәйбеҙ. Шу таныштарға ныҡ ышанып килгәнбеҙҙер инде, балалыҡ????‍♀️ Асыҡтыҡ, арыныҡ, һыуһаныҡ, көн эҫе. Ярай ҙа әле урамда бер таныш килеп сығып, общагына алып ҡайтты. Унда ла ҡалып булмай, ятаҡ бит инде, сәй эстек, билмән бешереп ашатты ла, киске автобустан да ҡалмай, ҡайтырға кәңәш итте. Йүгерҙек вокзалға. Һуңланыҡ. Ҡәҙимге көн кискә ауышты. Ҡурҡа башланыҡ, хәҙер ҡайҙа ғына барырға?! Шунда бер ер һепереп йөрөгән кеше, вокзалға алыҫ түгел берәүҙең адресын биреп, йоҡларға ебәрҙе. Барғайныҡ, иҫке генә өй, бер әбей оло ғына йәштәге улы мн йәшәп ята. Улы эскән. Әбей индерергә риза булды ла ул, улынан ҡурҡабыҙ. Сөнки, атайһыҙ булғас, эскән ирҙәрҙән ҡасып, саҡ ҡотолоп ҡалған саҡтар булманы түгел???? Тар ғына карауатҡа икәүләп ҡосаҡлашып яттыҡ та, йоҡламаҫҡа һөйләштек. Ҡурҡыштан дер ҡалтырап таң арттырҙыҡ. Теге иҫерек ир йоҡламай, йөрөнә, һөйләнә???? Апайым менән эргәләге тәҙрәнән ай ҡараныҡ, йондоҙҙар һананыҡ, ниһайәт, тыныбыҙ менән һурып алырҙай таң атты. Сәй ҙә эсеп торманыҡ, теге әбейҙең иҫерек улы уянмаҫ борон сыҡтыҡ та тайҙыҡ. Вокзалға барып, күпмелер көттөк тә, автобусҡа ултырҙыҡ. Ултырыу булды, мин йоҡлап та киттем. Апайым йоҡламаны. Нисек улай йоҡламай йөрөгәндер, апай булғас, үҙенсә яуаплылыҡ тойғандыр инде. Миңә төртөп ебәрә лә, ауыҙыңды ябып йоҡла, тей???? Күҙем йомолоу менән, ауыҙым асыла ла китә икән???? Бер заман уятты ла, ябып йоҡла ауыҙыңды, берәү ауыҙың эсенә төкөрһә, белерһең әле, тигәйне, ҡурҡыштан башҡа йоҡламаным???????????? Йылайырға килеп төштөк. Ул көнө беҙҙең ауылға автобус юҡ ине. Рәмистең Зилә апаһына киттек. Ул беҙҙе ашатты, һыйланы. Кискә Йылайыр ауылы байрамы була икән, шунда сығырбыҙ, тип һөйләштек. Шул День села тигән байрамда йөрөп, Зилә апайҙа ял итеп, иртәгеһенә, несостоявшиеся художники булып, ауылға ҡайтып киттек???? Унда ла автобус булманы ул, попуткаға сыҡтыҡ. Ныҡ шөрләнек тоже. Кемдең кеме юҡ. Юлда торған булабыҙ. Ярай әле үҙебеҙҙең ауыл кешеләре тап булды. Шоферы мәрхүм Солтанов Таһир ағай ине шикелле, эргәһендә мәрхүмә Айһылыу Айсовна ла бар ине. Ул Рәмистәргә туған бит инде. Шунда Айһылыу Айсовна:"Бала ғына көйө ауылдан сығып китмә, ел ҡайһы яҡҡа иҫә, шул яҡҡа бөгөлөп ҡуйырһың, ыуыҙ ғынаһың бит әле, 11-се класты бөт!" —тине...11 класты тамамлап, Өфөгә юлландым. Художник та, артист та булып булманы, әммә ләкин уҡытыусы булғас рәхәт, бер ҡараһаң рәссам, бер ҡараһаң артист булып тик йөрөйһөң ???? 1-се фотола балаларым менән. Айгизәргә, Айзидәгә, үҙемә масканы өйҙә тектек. Аделинаныҡы әҙер маска. 2-се фотола Аделинаның ҡул эше—йыл символы ат эшләнек, санаһы ла эшләнде аҙаҡ, фотоға төшөрмәгәнбеҙ. 3,4-се фотола ҡыш бабайҙың битен дөрөҫләү тураһында уйын. Шуны ла Рәмисте йомшап, өйҙә эшләнек. Аҙаҡҡы фотоларҙа беҙҙең кластың кабинеты. Уҡыусылар менән бергәләп биҙәнек????????????. Кабинетымда күңелле генә. Иртәнсәк килеп, утты яғам да, гномиктарымды һөйөп, яратып алам???????????? Квартираларына индермәгән булып, мине художник итмәнеләр, но, Аллаһҡа шөкөр, как ни крути, талант не пропьёшь????

Зөлфирә Таһирова.

Фото авторҙың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас