Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
16 Декабрь 2025, 17:45

Йәштәргә аҡ бәхеттәр теләйбеҙ!

Баймаҡ районының Байыш ауылы яғында туй йолалары үтәп ҡыҙ оҙатыу, килен төшөрөү күренештәре һаҡланып килә.

Йәштәргә аҡ бәхеттәр теләйбеҙ!
Йәштәргә аҡ бәхеттәр теләйбеҙ!

Шундай туй йолаларының бер өлөшө - "Кейәү сәйе" һәм "Килен сәйе" . Ошо көндәрҙә улар  Байыш ауылы ҡыҙы Диананы ,Әминә һәм Фәйзи Рәхмәтуллиндарҙың ҙур ҡыҙын, Күсей ауылына килен итеп оҙатып, кейәү сәйенә йыйылдылар. Йолаға ярашлы ҡәйнә кеше ҡоҙағыйының бүләктәрен таратты. Килгән ҡунаҡтар бүләк алып , хәҙерге " йола" буйынса  иҫтәлеккә тип матур фотоға төштө. Афарин, байыштар! Өйләнешеп, яңы ғаилә ҡорған йәш парға бәхетле, мөхәббәтле тормош теләйбеҙ!

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас