Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
4 Ноябрь 2025, 20:40

Тағы ике байрам өҫтәлде

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин бөгөн ике указға ҡул ҡуйған.

Тағы ике байрам өҫтәлде
Тағы ике байрам өҫтәлде

Береһе - йыл һайын 8 сентябрҙә Рәсәй халыҡтары телдәре көнөн билдәләү тураһында. "Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм күтәрмәләү маҡсатында ҡарар итәм: Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре көнөн булдырырға һәм уны 8 сентябрҙә билдәләргә", - тиелә рәсми ҡағыҙҙа. Икенсе мөһим ҡарар Рәсәйҙең ерле аҙ һанлы халыҡтары көнөн булдырыуға бәйле - ул 30 апрелдә билдәләнәсәк. Указдар ҡул ҡуйғандан алып үҙ көсөнә инә.

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас