-7 °С
Болотло
Башҡорт тоҡомло аттар фестивале республика Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән дүртенсе тапҡыр уҙғарыла. Сара халыҡ-ара статусҡа эйә. Мөһим форумда Ҡытай, Кувейт, Иран, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Көньяҡ Африка Республикаһы, Камерун, Марокко, Конго Демократик Республикаһы, Ангола, Замбия, Мысыр, Гана, Куба, Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Тажикстан һәм Ҡырғыҙстандан, шулай уҡ Рәсәйҙең 12 төбәгенән ҡунаҡтар көтөлә. Улар араһында йылҡысылар, эшҡыуарҙар, ғалимдар, спортсылар бар. Программала ат һәм спорт ярыштары, халыҡ уйындары, һөнәрселәр, ҡымыҙ оҫталары күргәҙмәһе, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында концерт ҡаралған.