8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Сибай ҡалаһының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтте, тиһәк, берҙә генә хата булмаҫ. Сибай күп тармаҡлы һөнәри колледждың студенттары "Таштар симфонияһы" күргәҙмәһе асылған көндән алып килеп, хатта авторы Евгений Александрович Ляшенконың үҙен саҡырып, таштар, минералдар хаҡында лекция тыңланы. Иҫке Сибай һәм ҡалабыҙҙың Р.Өмөтбаев исемендәге 13-сө башҡорт лицейы уҡыусылары өсөн дә экскурсия һәм оҫталыҡ дәресе бик файҙалы булды.
Ә инде, музейҙа эшләп килгән "Ватан" ирекмәндәре тарафынан ойошторолған, етеп килгән 8 март —Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арнап үткәрелгән "Шәп өләсәй" конкурсы үтә лә ҡыҙыҡлы булып, күңелдәргә ял, илһам ғына өҫтәне. Унда дүрт өләсәй көс һынашып, бар яҡтан үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте. Ярыш һуңында, баһалама ағзалары тарафынан урындар билдәләнеп, бағымсылар—"Буҙа" эшләү оҫтаһы Гөлназ Фәнис ҡыҙы Азатова тарафынан әҙерләнгән бик шәп бүләктәр алып ҡыуанды, "Күстәнәс" кафеһының тәмлекәстәре менән сәй эстеләр.
Конкурсанттар - Венера Мельникова, Финзиә Абсатарова, Венера Әхмәтйәнова, Зәйтүнә Сабитовалар алғы һыҙыҡҡа ебәреүгә маскировка селтәре үреүҙә әүҙем ҡатнаша. Улар ошо көнгәсә 26 селтәр үреп ебәргән дә инде. Венера Әхмәтйәнованың улы өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, 3 йыл инде яуҙа ҡатнаша.
Афарин ҡатнашыусыларға, ойоштороусы Диля Игликова ға "Ватан" музей ирекмәндәр үҙәгенең етәксеһенә, конкурстың бағымсылары - уңған эшҡыуар, республикаға, Рәсәйгә милли ризыҡ -буҙаны танытып һәм халҡыбыҙҙың башҡа төр ризыҡтарын-ҡоротон, һалмаһын етештереүсе Гөлназ Азатоваға, #Күстәнәс кафеһының етәксеһе, рухлы эшҡыуар Гөлназ Юнысбаеваның байрам өҫтәленә татлы күстәнәстәрен сәк-сәк менән пиццалар еткергәнгә. Эштәрегеҙ ырыҫлы, бәрәкәтле, уңышлы барһын һәр ваҡыт!
Барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар иң шәп өләсәйҙәр булыуын теләйем! Балаларҙың, ейән -ейәнсәрҙәрҙең, бүлә-бүләсәләрҙең шатлыҡ-ҡыуаныстарын уртаҡлашып, бәхетле тормошта оҙон оҙаҡ йәшәһендәр!
Альбина Ярмуллина, музей директоры.