Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
13 Октябрь , 12:25

ДАН ҺЕҘГӘ, ИГЕНСЕЛӘР!

Бөгөн Ауыл хужалығы һәм етештереү сәнәғәте хеҙмәтсәндәре көнө. Ошо уңайҙан төбәк уңғандарын ихлас ҡотлайбыҙ! Һеҙ һүрәттә аталы-уллы Мырҙаҡаевтарҙы күрәһегеҙ. Улар Баймаҡ районы Ярат ауылында йәшәй.

ДАН ҺЕҘГӘ, ИГЕНСЕЛӘР!
ДАН ҺЕҘГӘ, ИГЕНСЕЛӘР!

Вәкил Мырҙаҡаев 2006 йылдан крәҫтиән-фермер хужалығы тота.  258 гектарҙа бойҙай, арпа, һоло сәсә. Быйыл 19-сы миҙгелен тамамлап, гектарынан яҡынса 17 центнер уңыш йыйған.

Уға улы Фәнзил ялға ҡайтҡанда ярҙамлаша. Ул Сибай ҡалаһында "Тиҙ ярҙам" хеҙмәтендә эшләй.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: