Һайлау көнөндә Баймаҡ районы Сосновка ауылы мәктәбендә матур сара үтте. Ул Рәсәйҙә иғлан ителгән Ғаилә йылына арналды. Сараға 40,45,50 йыл бергә йәшәгән ауылдаштар саҡырылды. Рәшиҙә һәм Дамир Раҡаевтар, Рәүфә һәм Хәбибулла Вәхитовтар, Зилә һәм Сәлимйән Сәлимовтар, Кәримә һәм Рәшит Рәхмәтуллиндар, Зилиә һәм Радик Рәхмәтуллиндар, Баҙыян һәм Нуриман Рәхмәтуллиндар, Ғәлимә һәм Марс Мостаевтар, Зәйтүнә һәм Фәит Сөләймәновтар, Илүзә һәм Рәфҡәт Кәримовтар, Гөлнәзирә һәм Наил Ишбулдиндар, Рәйсә һәм Тәлғәт Якиевтар, Миңзифа һәм Рәшит Яхиндар өсөн төрлө уйындар, конкурстар уҙғарылды. Матур көйҙәр яңғыраны, ирҙәр ҡатындарын бейеүгә саҡырҙы. Сара һуңында ғаиләләргә бүләктәр тапшырылды.
Фәриҙә Исмәғилева.
Сосновка ауылы.