Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
25 Декабрь 2023, 21:25

РУЛЬ АРТЫНДА ҠЫШ БАБАЙ

Баймаҡ ҡалаһында Ҡыш бабай автобус йөрөтә, ә Ҡарһылыу - кондуктор.

РУЛЬ АРТЫНДА ҠЫШ БАБАЙ
РУЛЬ АРТЫНДА ҠЫШ БАБАЙ

--Бөгөн Баймаҡ ҡалаһының ҡаланың 7-се һанлы маршрут автобусы пассажирҙарға Яңы йыл кәйефе бүләк итте. Водитель Валерий Бородин - Ҡыш бабай ролендә булһа, Ҡарһылыу - кондуктор Яҙгөл Байрамғолова.
Был матур автобуста миңә лә ултырып йөрөү һәм Ҡыш бабай күстәнәсен ашау бәхете тейҙе.
Улар пассажирҙарҙы яҡынлашып килгән байрам менән ҡотланы һәм тәмлекәстәр таратты.
Шулай уҡ автобус та эсле-тышлы байрамса биҙәлгән,--тип яҙа социаль селтәрҙә Альбина БАЙЕГЕТОВА.

Автор:Резеда Валиева