Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
20 Октябрь 2022, 14:25

ИҢ «ТӘМЛЕ» ҺӨНӘР

Ашнаҡсыларҙы байрамдары менән ҡотлайбыҙ!

ИҢ «ТӘМЛЕ» ҺӨНӘР
ИҢ «ТӘМЛЕ» ҺӨНӘР

—Ашнаҡсы – иң тәмле, ижади һәм файҙалы һөнәр. Ашнаҡсының нимә менән шөғөлләнеүе һәр кемгә таныш, ә ул түҙемлекте, бөхтәлекте һәм теүәллекте талап иткән ысын мәғәнәһендә бик тә мөһим, ауыр эш. Бигерәк тә мәктәп ашнаҡсылары ҙур яуаплылыҡ тота.
Икенсе Этҡол ауылы мәктәбендә лә шундай шәп, аҡыллы ашнаҡсылар эшләй. Уларҙың бешергән ашатары телеңде йоторлоҡ.
Йосопова Айгөл, Хәлилова Гөлгинә, Мәжитова Флүрә апайҙарға эштәрендә уңыштар теләп, ашнаҡсылар көнө менән ҡотлайбыҙ, —тип яҙала Икенсе Этҡол ауылының «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмөндә.

 

Үҙ һөнәрҙәрен яратҡан оҫта ҡулдарҙы бҙ ҙә ҡотлайбыҙ! Байрамығыҙ мөбәрәк булһын!

Автор:Резеда Валиева