+15 °С
Болотло
--Һәр халыҡтың үҙенә генә хас, ҡабатланмаҫ тарихын, ғөрөф-ғәҙәтен, йәшәү рәүешен сағылдырған, рухын, ғорурлығын уятҡан изге ҡомартҡы ул милли кейем. Башҡорт милли кейемендәге ир-егеттәр сая, батыр һәм ғорур, ә ҡатын-ҡыҙ тағы ла нәфисерәк, һомғолораҡ, нәзәкәтлерәк һәм һылыуыраҡ булып китә. Күҙҙәрҙә милли рух сағыла, бына беҙгә генә ҡарағыҙ, ниндәй бәхетле һәм һөйкөмлөбөҙ – тип йылмайҙы үҙ халҡының патриоттары Килдеғоловтар.