АТАЙСАЛ
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
6 Сентябрь 2021, 21:25

Валерия йырлаясаҡ

Билдәле йырсы 10 сентябрҙә Сибай ҡалаһында уҙасаҡ «Урал аръяғы - 2021» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында сығыш яһаясаҡ.

Валерия йырлаясаҡ
Валерия йырлаясаҡ

Билдәле булыуынса, шул көндө ҡалала йылда ойошторолған «Урал аръяғы - 2021» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтә. Сара яңы проекттарҙы үҫтереү буйынса стратегик инициативалар агентлығы тарафынан ойошторола. 

Форумға бай эшлекле һәм мәҙәни программа әҙерләнә. Ҡатнашыусыларҙы сәнәғәт комплексын, ауыл хужалығын, эске туризмды һәм иҡтисадты үҫтереүгә бағышланған стратегик сессиялар, гастрономия һәм йыр-моң фестивалдәре көтә. Сараның эшлекле өлөшөндә Рәсәй дәүләт властарының, бизнес-ойошмаларының вәкилдәре генә түгел, сит ил спикерҙары ла ҡатнашасаҡ.

Ойоштороусылар матур бүләк тә әҙерләгән — форумда Рәсәйҙең халыҡ артисы Валерияның сығыш яһауы көтөлә. Тамаша асыҡ һауала, Сибай үҙәк майҙанында уҙасаҡ. Илебеҙ эстрадаһының сағыу йондоҙо йыр-моң һөйөүселәр яратып тыңлаған «Часики», «Метелица», «Таю», «Рига-Москва» хиттарынан тыш, өр-яңы йырҙарын да тәҡдим итәсәк.

Инвестиция һабантуйының мәҙәни өлөшө 15.00 сәғәттә «Street beat» бейеү шоу-концертынан башлана, артабан урындағы коллективтар сығыш яһай. Кис 21.30 сәғәттә сәхнәгә KARINA сыға, был билдәле композитор Алексей Романовтың яңы проекты. Иң һуңында хедлайнер Валерия йырлаясаҡ. 

 

Автор:Гульдар Кадаева