Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
16 Февраль , 15:20

Башҡортостанда «Татлы Бал» республика конкурсы башланды

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы «Татлы Бал» республика конкурсын үткәреү тураһында иғлан итте.    

Башҡортостанда «Татлы Бал» республика конкурсы башланды
Башҡортостанда «Татлы Бал» республика конкурсы башланды

«Баллы» конкурста Башҡортостан, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәре умартасылары ҡатнаша ала.

Ғаризалар 13 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Бының өсөн конкурс комиссияһына бал һәм башҡа бал продукцияһы өлгөләрен тәҡдим итергә кәрәк.

«15 марттан 17-нә ҡәҙәр конкурс комиссияһы ағзалары бал өлгөләрен органолептик күрһәткестәре (таҙалығы, ҡуйылығы, төҫө, еҫе, тәме) буйынса баһалай», – тип асыҡлыҡ индерҙеләр республика Ауыл ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

«Татлы Бал» конкурсы еңеүселәрен һәм призерҙарын бүләкләү тантанаһы 20 мартта «Агрокомплекс — 2026» халыҡ-ара күргәҙмәһендә була.

Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы сайтында алырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-02-15/v-bashkirii-startoval-respublikanskiy-konkurs-tatly-bal-4578607

Автор: Альмира Давлетбаева
Автор:
Читайте нас