Ауыл хужалығы
2 Ноября 2025, 07:50

Йылайырҙар ҙа ҡаҙ һуя

Был аҙнала Йылайыр районының Йылайыр ауылында йәшәүсе Зилә бикәмемә йөн араһынан ит эҙләп бирҙек. 13 июнь көнө Түлгәндәрҙән өс көнлөктән генә 25 ҡаҙ бәпкәһе алғайны. Аллаһҡа шөкөр, барыһы ла теп-теүәл генә йөрөнө, серый крупный тип һатҡандар ине, ысынлап та, ҙур, һимеҙ, тығыҙ булдылар Эсен алмаҫ борон үлсәгәйнек 6,5-7 кг булдылар. Майы бер табаҡ, бер биҙрә сыҡты

Добавить в предпочтительные источники Google
Йылайырҙар ҙа ҡаҙ һуяЙылайырҙар ҙа ҡаҙ һуя
Йылайырҙар ҙа ҡаҙ һуя

Уңған кеше бар яҡтан да уңған инде. Район үҙәгендә йәшәйем тип ҡарап тормай, көн һайын таңғы алтынан тороп, урамға алып сығып, йәшел үлән ашатып, бәпкәләрен көтөп, кире индереп ҡуйып, эшкә китеп, төш ваҡытында ҡайтҡан сағында тағы алып сығып ашатып, кискә йәнә бер быуа көтөп, ҡурсалап, ҡамап, бәпләп кенә үҫтереп алды бикәмем. Шул ҡаҙҙарҙы Рәмилә ҡоҙағый менән йолҡоп, таҙалап, йыуып, тоҙлап бирҙек. Шәп булдыҡ Ризыҡҡа насип булһындар. Туғандар, дуҫтар, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар менән мул табында осрашып ҡаҙ бото кимерергә яҙһын, Аллаһы бирһә

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас