Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
7 Май 2025, 15:40

Уңғандарға ял юҡ

20-се сәсеү миҙгелен башлаған.

Уңғандарға ял юҡ
Уңғандарға ял юҡ

Баймаҡ районы Ярат ауылында йәшәүсе Вәкил Мырҙаҡаев 2006 йылдан крәҫтиән-фермер хужалығы тота. 

Уңған замандашыбыҙ 20-се сәсеү миҙгелен башлаған. 258 гектар майҙанының 200 гектарында—бойҙай, ҡалғанында арпа сәсергә ниәтләй. Әле 170 гектарҙа сәсеү тамамланған. Фермерға ялдарҙа улдары, эш көндәрендә ауылдашы Рифат ағай ярҙамға килә.

Һауа торошо яҡшы торһа, ошо көндәрҙә Мырҙаҡаевтар сәсеүҙе тамамлаясаҡ.

Ер ҡәҙерен белгәндәргә уңыштар теләйбеҙ!

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас