Йылайырҙың уңған ҡатын-ҡыҙҙары һатыуға башлыса һөт ризыҡтары күпләп сығарған: ҡаймаҡ, эремсек, май, шул иҫәптән иретелгән һары май, ҡорот, һөттән эшләнгән төрлө эсемлектәрҙе эшселәр бик теләп һатып алған. Уларҙы тәмләп ҡарау мөмкинлеге булдырыу йәрминкәне тағы ла йәнләндереп ебәргән. Шулай уҡ ит һәм ит ярымфабрикаттары, өй тауыҡтары һалған йомортҡа, бал, төрлө файҙалы үләндәр ҙә ҙур һорау менән ҡулланған. Йәрминкәлә ҡатнашыусылар яңы ғына йыйып килтерелгән ҡайын һыуын шундуҡ һатып алып бөткән. Ғөмүмән, тау сәнәғәте эшселәре экологик яҡтан таҙа, тәбиғи тауар һатырлған йәрминкәнән бик ҡәнғәт ҡалған.
Райондың Ҡашҡар ауылы биләмәһе башлығы Зөрһә Рәфҡәт ҡыҙы Зәйнуллина әйтеүенсә, тәүге йәрминкәгә улар тауар үтәме юҡмы икәнен асыҡлар өсөн генә килгән:
-Башлыса шәхси хужалыҡтарҙа етештерелгән ризыҡ, аҙыҡ-түлек һаттыҡ. Һөт, иттән башҡа еләк-емеш, бәшмәк, хатта миндек тә алып килергә булған икән. Бындай майҙансыҡ предприятие эшселәре өсөн дә, эшҡыуарҙар, фермерҙар, шәхси хужалыҡтар өсөн дә бик уңайлы. Бында республикабыҙҙа ғына түгел, унан ситтә йәшәүсе клиенттарҙы ла табырға мөмкин. Беҙ даими рәүештә йәрминкәгә килә алабыҙ. Хатта һатып алыусыларҙың теләгенә ҡарап тауарҙар килтереү мөмкинлегебеҙ ҙә бар.
Крәҫтиән-фермер хужалығы хужабикәһе Марина Сапожникова ла Зөһрә Зәйнуллинаның һүҙҙәрен ҡеүәтләне:
-Алып килгән аҙыҡ-түлегебеҙҙе, әйберҙәрҙе тиҙ арала һатып бөттөк. Йәрминкәне ойоштороусыларға уңайлы сауҙа шарттары булдырғандары өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Тауарҙарыбыҙҙы оҡшатыусылар менән телефондар менән алыштыҡ, киләсәктә уларҙан заказдар ҡабул итергә лә әҙербеҙ.
Файҙалы ҡаҙылмалар, тау тоҡомдары эшкәртеүсе «Башҡорт баҡыры» йәмғиәте Йылайыр районына даими рәүештә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. «Яманташ» экстрим-тур уҙғарыуғаа, һыу ятҡылыҡтарына балыҡ селбәрәләре ебәреүгә, спорт, мәҙәни сараларҙы ойоштороуға улар бер ваҡыт та аҡсаһын йәлләмәй.
-Йәмғиәт етәкселегенә конструктив ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт белдерәм!--тип яҙҙы Борис Николаевич Мелкоедов.