Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
4 Октябрь , 11:55

Яңы трактор алғандар

Хәйбулла районының Сиҙәм ауыл биләмәһенә аҫмалы ҡоролмалы «Беларус 82.1» тракторы ҡайтарылған. Яңы техника ауыл халҡының быйылғы Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашып, конкурста еңеп сығыуы һөҙөмтәһе. Ауыл ерендә тракторһыҙ артыҡ алға китеп булмағанды яҡшы аңлаған кешеләр программаны тормошҡа ашырыуға ныҡлы тотона һәм тырышлыҡтары бушҡа китмәй.

Яңы трактор алғандар
Яңы трактор алғандар

Трактор сүп-сарҙы йыйып түккәндә, юлдарҙы таҙартҡанда, ҡыш көнө көрт баҫҡанда һәм башҡа ваҡытта тотоноу өсөн бик ҡулай буласаҡ.

Сиҙәм ауылы биләмәһе етәкселеге проектты тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ итеүсе бағыусылары - «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты»ның генераль директоры Рөстәм Аблаевҡа ҙур рәхмәтле.

Яңы трактор алғандар
Яңы трактор алғандар
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: