Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
25 Сентябрь , 15:00

Баймаҡ игенселәре ураҡҡа төштө

Быйыл да игенсе өсөн еңел булманы: туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар иген баҫыуҙарының күбеһен юҡҡа сығарҙы. Тәбиғәт шарттары бик үк уңайлы булмаһа ла, төбәктә һәр аяҙ көндөң ҡәҙерен белеп, файҙаланып ҡалырға тырышалар. Баймаҡ игенселәре көндө төнгә ялғап ураҡҡа төштө.

Баймаҡ район хаки-миәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов белдереүенсә, аграрийҙар өсөн һәр йыл еңел бирелмәй. Йә ҡоролоҡ ҡамасаулай, йәки ямғырҙар артыҡ яуа. Яҙын сәскән орлоҡтоң ҡара ергә һалыныуынан алып көҙгө уңыш йыйғанға тиклем күп нәмә тәбиғәт шарттарына, һауа торошона бәйле.
— Күп фермерҙар сәскән игенен дә йыйып ала алмаясаҡ, сөнки йылы етмәү сәбәпле, башаҡтар бешеп өлгөрмәне. Әле район буйынса урып-йыйыу эштәре тулы ҡеүәттә бармай. Шулай ҙа көндәрҙең аяҙ тороуын файҙаланып фермерҙар—Ишмырҙанан Радик Рәсүлев, Урғаҙан Сергей Касьянов, Янғаҙынан Юлай Тимербулатов, Бикештән Андрей Юлғотлин, Ҡуянтауҙан Илгиз Байегетов урып-йыйыу эштәрен башланы. Район буйынса 1100 гектар майҙанда ашлыҡ сабылған, 620 гектарҙа—һуғылған, уртаса гектар ҡеүәте 20 центнерҙан ашыу. Бөтәһе 20135 тонна бесән әҙерләнгән, был 61 процент тәшкил итә, сенаж 15 мең тонна һалынған. Башҡа фермер хужалыҡтары ла мөмкин тиклем уңыш йыйып алырға тырыша, тик көндәрҙең йылы һәм аяҙ тороуы ғына кәрәк,—ти Азат Булат улы.
Баймаҡ районы, аграр төбәк булараҡ, республикала яҡшы билдәле. Башҡортостандың аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеүгә тос өлөш индергән баймаҡтар, йылдың нисек килеүенә ҡарамаҫтан, сағыштырмаса мул уңыш йыйып ала, ҡымыҙ етештереү буйынса беренселекте яулай, малсылыҡ тармағында алдынғылыҡты бирмәй. Быйыл да баймаҡтар һынатмаҫ, булған уңышты бөртөкөләп булһа ла йыйып алыр, тигән ышаныста ҡалайыҡ.
К.Ишбулдина.

 

4.09.2024

Автор:
Читайте нас: