Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
2 Ноябрь 2023, 15:20

Ергә тоғролоҡ

Хәмитйән Абдуллиндың ер эшенә тоғролоғо юғары баһаланды. Уға Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре тигән исем бирелде.

Ергә тоғролоҡ
Ергә тоғролоҡ

Хәйбулла районында йәшәүсе Хәмитйән Хәйретдин улы Ленин исемендәге колхозда тракторист булып эш башлап, ауыл хужалығы етәксеһенә тиклем үрләгән. Ул 2009 йылда "Бикбау" агрофирмаһын булдыра. Ер эшенә булған һөйөүен улы Борисҡа ла бирә алған. Бөгөн хужалыҡ менән Борис Хәмитйән улы етәкселек итә, улар игенселек менән шөғөлләнә.

 

Лайыҡлы наградаһы менән игенсене ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Резеда Валиева