Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
1 Ноябрь 2023, 15:30

Хәйбулла уңғандары

Өфөлә ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған сарала дәүләт наградалары тапшырылды. Улар араһында Хәйбулла районы уңғандары ла бар. Хәмитйән Хәйретдин улы Абдуллин “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” маҡтаулы исеменә лайыҡ булды. Хәмитйән Абдуллин хеҙмәт юлын ябай тракторы булып башлай. Ныҡышмал, тырыш хеҙмәте менән ул предприятие етәксеһе дәрәжәһенә күтәрелә. Улын Бористы ла ул эшһөйәр, ер кешеһе итеп тәрбиәләй. Әлеге ваҡытта улы ауыл хужалығы менән етәкселек итеүҙе үҙ өҫтөнә алған. Абдуллиндар бергәләшеп шәхси хужалыҡтарын үҫтерә, ер эшкәртеп, иген сәсә. “Тағы бер лайыҡлы яҡташыбыҙ - Сергей Анатольевич Лоскутов Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Хәйбулла уңғандары
Хәйбулла уңғандары

Төбәктең агросәнәғәтенә ул 28 йыл дауамында хеҙмәт итә. Лоскутовтар хужалығы игенселектә генә түгел, малсылыҡ тармағын да үҫтерәләр” – тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.

 

Автор:Гульдар Кадаева