Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
19 Февраль 2022, 18:15

Көнө лә, байрамы ла матур булды

Республиканың Урал аръяғы бер көнгә атты иң шәп ауыҙлыҡлаусыларҙы үҙенә йәлеп иткән төбәккә әүерелде. 19 февралдә Сибай ҡалаһына яҡын урынлашҡан Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы янында республикала «Ирәндек» башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса хәйриә фонды «Тай-Тулаҡ» конкурсы ойоштороп Рәсәйҙең иң шәп ат ауыҙлыҡлаусыларҙы бер урынға йыйҙы. Сара Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 210 йыл тулыуға арнала.

Көнө лә, байрамы ла матур булды
Көнө лә, байрамы ла матур булды

«Тай-Тулаҡ» конкурсының партнерҙары булып Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы биләмәһе, “Элеватор” йәмғиәте сығыш яһай.

Бәйге өс йүнәлештә үтте:

1. «Мәргән уҡсы» Традицион уҡтан атыу.
Эстәлеге: уҡтан атыу, уҡты сәпкә тейҙереү, һыбай килеш уҡтан атыу, йәйәүле килеш уҡтан атыу.
2. «Ауҙарыш»
Эстәлеге: ике һыбайлы ат өҫтөндә килеш 10-15 минут дауамында бер-береһен эйәрҙән этеп төшөрөргә йәки дәғүәсеһен ергә ырғырға мәжбүр итергә тейеш.
3. «Тай-Тулаҡ». Эстәлеге: 3 кешенән торған команда (2 ярҙамсы һәм 1 ауыҙлыҡлаусы) өйрәтелмәгән атты ауыҙлыҡлап, өҫтөнә менән ултырып унда мөмкин тиклем оҙағыраҡ ҡалырға тырышырға тейеш.

Бәйгелә ҡатнашыусыларға ҡиммәтле бүләктәр һәм аҡсала приздар ҡаралған. “Тай-тулаҡ” та иң шәп ат ауыҙлыҡлаусы булып танылып, беренсе урын яулаусыға 30 мең һум аҡсалата дәртләндереү сараһы ҡаралған. Икенсе урын алыусыны 20 мең һум аҡса көтә. Хәйриә фонды башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлауға һәм үҫтереүгә тос индереүселәргә башҡорт тоҡомло ҡолон һәм башҡа ҡиммәтле бүләктәр әҙерләгән.

“Тай-Тулаҡ” конкурсының 3 бәйгеһендә (Мәргән уҡсы, Ауҙарыш, Тай-Тулаҡ) республикабыҙҙан ғына түгел, Рәсәйҙең күп төбәктәренән, күрше өлкәләрҙән ҡатнашыусылар килгән. Төрлө тарафтарҙа йәшәгән, төрлө тармаҡта эшләгән кешеләрҙе тыуған ерҙәрененә, мәҙәниәткә, аттарға һөйөү берләштерә. Әйтәйек, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, “Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы” директоры Айнур Илгиз улы Бейембәтов башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса уҙғарылған сараларҙа беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмай. Был юлы ла спортты һәм мәҙәниәтте популярлаштырыу маҡсатында бәйгегә үҙ командаһын сығарҙы. Сарала шулай уҡ мәртәбәле ҡунаҡ, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары— Азат Бадранов ҡатнашты.


Сара ойошҡанлы һәм бер тында үтһен өсөн ҡунаҡтарға һәм унда ҡатнашыусыларға бөтә уңайлы шарттар тыуҙырылды: туҡланыу, концерт ҡуйыласаҡ, башҡорт тирмәләре ҡоролдо.

Хәйриәлек фонды күмәк сараларҙы һәр ваҡыт юғары кимәлдә ойоштора. Уҙған 2021 йылда Ғата Сөләймәнов исемендәге ҡурай байрамы, «Ирәндек» хәйриә фонды призына төбәк-ара ат-спорт бәйгеһе, Силәбе өлкәһенең ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре менән башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләһе буйынса осрашыу, «Урал аръяғы ГРОССМЕЙСТЕРЫ» тиҙ шахмат буйынса ике рейтинглы халыҡ-ара турнир ойошторолдо.

— «Тай-Тулак» конкурсын уҙғарыу башҡорт атлыларының батырлығына ихтирам йөҙөнән генә түгел, үҙҙәренең сабырлығы, түҙемлеге менән алдырған, быуаттар буйына ошо үҙенсәлекле сифаттарын юғалтмаған башҡорт тоҡомло аттарға дан йырлау ҙа.
Башҡорт тоҡомло аттар – башҡорт халҡының ғына түгел дөйөм Рәсәйҙең бренды ла. Атыбыҙҙы һаҡлайбыҙ икән, бай мәҙәни тарихыбыҙҙы ла һаҡлайбыҙ, — тине бәйгене ойоштороу сыларзың береһе Айнур Ишмөхәмәтов.

 

Көнө лә, байрамы ла матур булды
Көнө лә, байрамы ла матур булды
Көнө лә, байрамы ла матур булды
Көнө лә, байрамы ла матур булды
Көнө лә, байрамы ла матур булды
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: