Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
17 Декабрь 2021, 10:45

Күпме аҡса бирәсәктәр?

Төбәктә юҡ ителгән мал өсөн күпме аҡса түләйәсәктәре билдәле булды. Бөтәһе 150 ихатала мал ҡазаланған.

Күпме аҡса бирәсәктәр?
Күпме аҡса бирәсәктәр?

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: малдағы йоғошло ауырыу—төйөнлө дерматит Баймаҡ районы биләмәһендә теркәлде. 25 ноябрҙән Беренсе Төркмән ауылы һәм уның янындағы ике һөт-тауар фермаһы карантинға ябылды. 6 декабрҙән Икенсе Төркмән, шәхси эшҡыуарҙың Төйәләҫ ҡасабаһындағы һәм Сибай ҡалаһындағы шәхси предприятиеларында карантин индерелде.

Төйөнлө дерматит сиренә дусар булған бөтә мал юҡ ителде. Ветеринария идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, компенсация иттең һәр килограмы өсөн баҙар хаҡы буйынса түләнәсәк. Фермерҙарға 50 миллион һумдан ашыу аҡса бирелеүе ихтимал. Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡаза күреүселәр яңы йылға ҡәҙәр аҡса аласағын белдерҙе.

Автор:Гульдар Кадаева